Башҡортостанда бер ир ялған эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын һатып алғанда тотолған
Йәрмәкәй районында ялған эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары өсөн табипҡа ришүәт биргән 40 йәшлек ир суд алдына баҫа.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2023 йылдың майынан 2025 йылдың февраленә тиклем ул ялған эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын тултырыу өсөн терапевҡа аҡса биргән. Пациент сирләмәгән, уға бер ниндәй ҙә медицина тикшереүе үткәрелмәгән. Табип унан бөтәһе 48 мең һум алған.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен таныған. Уның автомобиленә арест һалынған.
Енәйәт эше ҡарау өсөн Бишбүләк район-ара судына ебәрелгән. Ришүәт алған табипҡа ҡарата асылған енәйәт эше лә судта ҡарала.