Өфөнән йәш ҡатын Таиландта сәйер шарттарҙа юғалған25.03.2026

Өфөнән йәш ҡатын Таиландта сәйер шарттарҙа юғалған

Фото: Ксения Калинина | Башинформ

Уны Мьянмала ҡоллоҡта тотоуҙары ихтимал, тип иҫәпләй туғандары.

SHOT хәбәр итеүенсә, Өфөлә юрист ярҙамсыһы булып эшләгән 35 йәшлек Вероника өс ай инде бәйләнешкә сыҡмай. Уҙған йылдың авгусында етәксеһе уға Таиландта офис асырға йыйыныуы хаҡында әйткән һәм шунда яҡшы эш хаҡы менән эш тәҡдим иткән. Ҡатын ризалашҡан һәм сит илгә киткән. Баштараҡ ул туғандарына шылтыратып торған, етәксеһенә эшләүе тураһында һөйләгән.

Һуңынан ҡатындың финанс проблемалары килеп тыуған. Яңы йыл алдынан ул ағаһынан 300 мең һум аҡса күсереүен һораған, сумманы алғас та ғәйеп булған.

Ғаилә урындағы полицияға мөрәжәғәт иткән, ләкин һөҙөмтә юҡ. Уны ҡоллоҡта тотоуҙары һәм скам-үҙәктә эшләргә мәжбүр итеүҙәре мөмкин, тип уйлай улар.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-03-25/zhitelnitsa-ufy-propala-v-tailande-pri-strannyh-obstoyatelstvah-4626649



Вернуться назад