Башҡортостанда һалым хеҙмәтенән QR-кодтар менән мутлашыусылар хаҡында иҫкәрттеләр11.03.2026

Граждандарға Федераль һалым хеҙмәтенән түләнмәгән һалым йәки бурыс тураһында электрон хаттар килеүе мөмкин.

Фото: Ксения Калинина | Башинформ

«Вестник киберполиции России» телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, хәбәрҙә уларҙы түләү өсөн QR-код буйынса үтеп, проблеманы тиҙ арала хәл итергә тәҡдим ителә. Бындай QR-код менән ялған сайтҡа күсергә мөмкин. Сәхифәлә мутлашыусылар ҡулланыусыға телефон номерын, паспорт һәм банк картаһы мәғлүмәттәрен яҙыуын һорай.

Үҙеңдең мәғлүмәттәреңде яҡлау өсөн Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында шәхси кабинет аша ғына һалымдар тураһында мәғлүмәтте тикшерергә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-03-11/zhiteley-bashkirii-predupredili-o-moshennikah-s-qr-kodami-ot-nalogovoy-sluzhby-4609438



Вернуться назад