Транспорт министрлығында биш кеше һәләк булған юл фажиғәһенең сәбәбен әйттеләр10.03.2026

Йыл башынан республикала 307 юл һәләкәте теркәлгән, был уҙған йылға ҡарағанда 106-ға аҙыраҡ.

Фото: Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы | телеграм

Аварияларҙа 394 кеше имгәнгән, былтырғы менән сағыштырғанда 142 кешегә аҙыраҡ. 45 кеше һәләк булған, үткән йылға ҡарағанда 3 кешегә кәмерәк. Был хаҡта 10 мартта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова белдерҙе.

«Уҙған аҙнала теркәлгән юл фажиғәләрендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Ә 306 водитель эсеп тотолған», — тине Любовь Минакова.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә Ҡариҙел районында Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлының 72-се километрында биш кешенең ғүмерен ҡыйған ҡурҡыныс аварияның сәбәбен һораны. Министр һүҙҙәренсә, быға уҙып китергә теләү сәбәпсе.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-03-10/v-mintranse-bashkirii-soobschili-prichinu-dtp-s-pyatyu-pogibshimi-4608007



Вернуться назад