Белоретта бер ир ялған танытма өсөн хөкөм ителгән06.03.2026

Суд Белорет районында йәшәгән 58 йәшлек иргә 1 йылға иркенән сикләү тураһында ҡарар сығарған.

Фото: Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы / архив

Белорет район-ара суды Белорет районында йәшәгән 58 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен ҡараны. Ул ялған водитель таныҡлығын файҙаланыуҙа ғәйепләнә.

2024 йылдың йәйендә ғәйепләнеүсе 60 мең һумға ялған таныҡлыҡ һатып алған. Һуңғараҡ, 2025 йылдың ноябрендә, юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса документтар тултырғанда ул инспекторға ялған документ күрһәткән, был хоҡуҡ һаҡлаусыларҙа шик тыуҙырған һәм енәйәт эше асыуға нигеҙ булған.

Ир кеше үҙ ғәйебен таныған. Суд уны бер йылға иркенән сикләү тураһында ҡарар сығарған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-03-06/zhitel-bashkirii-poluchil-srok-za-poddelnye-prava-4605436



Вернуться назад