Пермь крайында юғалған биш туристың берәүһе генә иҫән ҡалған02.03.2026

Пермь крайында юғалған биш туристың берәүһе генә иҫән ҡалған

Фото: матбуғат хеҙмәте / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Пермь крайы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Пермь крайында юғалған Башҡортостан туристарын эҙләү эштәре тамамланды.

«Юғалған ир-егеттәрҙең барыһы ла табылды. Бер турист ярҙам күрһәтеү өсөн табиптарға тапшырылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүртәүһе һәләк булған», – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Бынан алдараҡ ҡотҡарыусыларҙың Пермь крайында юғалған өс яҡташыбыҙҙы табыуын хәбәр иткәйнек.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-03-01/esche-dvoe-turistov-iz-bashkirii-propavshih-v-permskom-krae-nashli-pogibshimi-4597629



Вернуться назад