Башҡортостанда 77 йәшлек ир үҙ өйөндә янып үлгән

Иглин ауылындағы янғын 77 йәшлек йорт хужаһының ғүмерен өҙгән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төндә Төҙөүселәр урамындағы өйҙә ут сыҡҡан. Ағас йорт һәм таҡта төкәтмә зыян күргән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм Иглин ауыл советының ирекле янғын һүндереүселәр командаһы утта һәләк булған 1949 йылғы ирҙең кәүҙәһе тапҡан.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.