Мәҙәниәт министрлығында Әминә Шафиҡова менән бәйле хәлгә комментарий бирҙеләр18.02.2026

Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары процессуаль ғәмәлдәр башҡара.

Фото: Олег Яровиков / Башинформ

Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте «Башинформ»ға ведомство етәксеһе Әминә Шафиҡова менән бәйле хәлгә комментарий бирҙе.

«Ошо хәл-ваҡиғалар буйынса рәсми комментарийҙарҙы хоҡуҡ һаҡлау органдары бирәсәк. Республиканың мәҙәни берләшмәһе әле килеп тыуған хәлгә бик борсола: Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова етәксе һәм музыкант булараҡ профессиональ мөхиттә абруй менән файҙалана. Уның етәкселегендә мәҙәниәт өлкәһе күп йылдар ҙур ижади ҡаҙаныштар һәм юғары һөҙөмтәлелек күрһәтә», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығында.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-02-18/v-minkulte-bashkirii-prokommentirovali-situatsiyu-s-aminoy-shafikovoy-4583100



Вернуться назад