Башҡортостанда оло йәштәге ҡатын ҡар өйөмө аҫтында ҡалып һәләк булған18.02.2026

Башҡортостанда оло йәштәге ҡатын ҡар өйөмө аҫтында ҡалып һәләк булған

Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Фажиғә ошо көндәрҙә Ҡалтасы районында теркәлгән. 71 йәшлек ҡатын ҡыйыҡтан төшкән ҡар өйөмө аҫтында ҡалып үлгән, тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Был ваҡытта ул ихатаһында ҡар көрәп йөрөгән.

«Температураның бер күтәрелеп, бер төшөүе яҙ еткәнсе үк хәүеф тураһында иҫкә төшөрөргә мәжбүр итә. Һуңғы ике көндә бер нисә бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, шуларҙың береһе үлемгә килтергән», — тип яҙҙы министр.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-02-17/v-bashkirii-pozhiluyu-zhenschinu-ubilo-snegom-4581991




Вернуться назад