Республикала юл фажиғәһендә 25 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән17.02.2026

Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы

Уҙған төндә Туймазы районында үлемесле авария теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төнгө сәғәт өстә М5 «Урал» автомобиль юлының 1349-сы саҡрымында «Лада Гранта» рулендәге 25 йәшлек ҡыҙ ҡаршы хәрәкәт һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Вольво» йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙ автомобиле водителе урында йән биргән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-02-17/v-bashkirii-vo-vstrechnom-dtp-s-bolshegruzom-pogibla-25-letnyaya-devushka-4581163



Вернуться назад