Суд Өфөлә студенттарға һөжүм иткән үҫмерҙе Тәфтиш изоляторына япты10.02.2026

Ул үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / видеонан скриншот

Өфө суды Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттарына һөжүм иткән үҫмерҙе ҡулға алған. Ул ике һәм унан күберәк кешене үлтерергә маташыуҙа һәм хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре ғүмеренә ҡул һуҙыуҙа ғәйепләнә.

Егет кәмендә 7 апрелгә тиклем СИЗО-ла ултырырға тейеш.

Суд залында енәйәтсе зыян күргәндәрҙең барыһынан да ғәфү үтенгән һәм үҙ ғәйебен таныған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башинформ «Вайымһыҙлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында хәбәр иткәйне,

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-02-09/sud-otpravil-v-sizo-podrostka-napavshego-na-studentov-v-ufe-4570897





Вернуться назад