Өфөлә турагент 78 клиентты 14 миллион һумға алдаған09.02.2026

Диңгеҙгә юлламалар һатҡан булып, 6 миллион һумға яҡын аҡса урлаған ҡатынға хөкөм ҡарары сығарылды.

Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфөнөң Октябрь районы суды турагентҡа ҡарата «мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022-2023 йылдарҙа ҡатын граждандарға сит ил курорттарына путевкалар һатҡан. Әммә ул турҙы бронләү, түләү буйынса үҙенең йөкләмәләрен үтәмәгән. Уның законһыҙ ғәмәлдәренән 78 граждан аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, зыяндың дөйөм суммаһы 14 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

Турагент үҙ ғәйебен таныны. Суд уға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 5 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләне. Был ҡарар уның балаһына 14 йәш тулғансы кисектерелде, шулай уҡ зыян күреүселәрҙең дәғүәләре ҡәнәғәтләндерелде.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-02-09/v-ufe-turagent-obmanula-75-klientov-na-pochti-6-mln-rubley-4570295



Вернуться назад