Сибайҙа ике ай элек юғалған ирҙе эҙләйҙәр06.02.2026

Сибайҙа ике ай элек юғалған ирҙе эҙләйҙәр

Фото: «ДПСО „БаРС“ (БашРегионСпас)» / Вк

Сибай ҡалаһында 39 йәшлек Ринат Рафаил улы Утарбаев ғәйеп булған.

«БашРегионСпас» эҙләү отряды ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың 4 декабренән уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

Билдәләре: буйы 170 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Күк куртка, күк төҫтәге болонья салбар, кроссовки, бәйләнгән ҡара башлыҡ кейгән.

Телефоны: 8-937-3-102-112 йәки 112.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-02-05/v-bashkirii-razyskivaetsya-propavshiy-dva-mesyatsa-nazad-zhitel-sibaya-4566501



Вернуться назад