Зыян күреүселәр юҡ.

Өфөлә туғыҙынсы класс уҡыусыһы мәктәпкә һөжүм иткән. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итеүенсә, зыян күреүселәр юҡ.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Урында бөтә ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
«Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, мәктәп етәкселеге ата-әсәләрҙән балаларҙы алып ҡайтыуҙы һораған.