Башҡортостанда 91 йәшлек инәйҙе машина тапаған29.01.2026
Фото: Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы / телеграм

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ленин урамында «Лада Гранта» рулендәге 52 йәшлек водитель «зебра»нан юл аша сығып барған 91 йәшлек инәйҙе бәрҙергән. Төрлө йәрәхәттәр алған йәйәүле дауаханаға оҙатылған. Ҡала дауаханаһы табиптары мөмкин булғандың барыһын да эшләгән, әммә уны ҡотҡара алмаған.

Әлеге ваҡытта дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлай.

Видео 18+

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-01-29/v-bashkirii-voditel-zadavil-91-letnyuyu-babushku-4555752



Вернуться назад