Ҡыйғыла үҫмер үҙенең ғаиләһен янғындан ҡотҡарған17.11.2025
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы / телеграм

Ҡыйғыла үҫмер үҙенең ғаиләһен янғындан ҡотҡарған

Бөгөн төндә Ҡыйғы районындағы бер йортта янғын сыҡҡан.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Үрге Ҡыйғы ауылындағы ағас өйҙөң мансарда ҡатында янғын башланған. Һанаулы минуттар эсендә ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килеп еткән.


Йортта дүрт балалы ғаилә йәшәй. Мансарда ҡатында йоҡлап ятҡан 16 йәшлек үҫмер әсе төтөн еҫенә уянып киткән һәм башҡаларҙы ла уятҡан. Барыһы ла сығып өлгөргән. Бер кем дә зыян күрмәгән.


Хәҙер урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғынға ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-11-17/v-bashkirii-vo-vremya-pozhara-v-dome-podrostok-spas-svoyu-semyu-4469529

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы / телеграм


Вернуться назад