Башҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала трактор менән юл фажиғәһендә һәләк булған02.09.2025
Фото: Башҡортостан прокуратураһы

Башҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала трактор менән юл фажиғәһендә һәләк булған

Бөгөн Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн көндөҙ Төрөшлө – Николаевка автомобиль юлының 4-се километрында «Лада Гранта» автомобиле менән юл ыңғайы китеп барған арбалы трактор бәрелешкән.


Аварияла еңел автомобиль водителе һәм пассажиры, шулай уҡ ата-әсәһе менән бергә тракторҙа китеп барған бала урында йән биргән.


Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ваҡиға урынында Стәрлетамаҡ районы прокуроры Илшат Рәхмәтуллин эшләй.


Күҙәтеү ведомствоһы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен һәм асыҡлауҙы контролдә тота, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-09-02/tri-cheloveka-v-tom-chisle-rebenok-pogibli-v-dtp-s-traktorom-vbashkirii-4370291



Вернуться назад