Атаһы ғәфү үтенгән: Өфөлә үҫмер питбайк менән машинаға бәрелгән27.08.2025
Фото: Башҡортостан ДАИ-һы

Атаһы ғәфү үтенгән: Өфөлә үҫмер питбайк менән машинаға бәрелгән

Өфөлә йәнә фажиғә... 12 йәшлек үҫмер Дим биҫтәһендә питбайк менән еңел машинаға бәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр йәрәхәттәрҙән бала ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән. 


Авария Башҡорт атлылары дивизияһы урамында булған, тип хәбәр итә Башҡортостандан дәүләт автоинспекцияһы. Автомобилгә 29 йәшлек ҡатын идара иткән. Үҫмер водителгә юл бирмәгән һәм машинаның алғы өлөшөнә килеп бәрелгән. 


Фажиғә урынына килеп еткән атай кеше улының тынһыҙ кәүҙәһе янында һығылып илай, ғәфү үтенә. Был видеояҙманы күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел. Хоҙай һаҡлаһын!



Вернуться назад