Башҡортостанда йөк машинаһы менән юл фажиғәһендә ике ҡыҙ зыян күргән15.08.2025
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Башҡортостанда йөк машинаһы менән юл фажиғәһендә ике ҡыҙ зыян күргән

Бөгөн иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Баймаҡ районының Хәсән ауылында булған юл-транспорт ваҡиғаһы урынына юлланды.

Ведомствоның яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, Hino йөк машинаһы менән Lada Kalina бәрелешкән. Еңел машинала ултырған ике ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр алған һәм Сибай дауаханаһына оҙатылған.


Авария сәбәптәре асыҡлана.


Бынан алдараҡ Дәүләт автоинспекцияһында Башҡортостан трассаларында рейдтар ойошторолоуы хаҡында хәбәр иткәйнеләр.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-08-15/v-bashkirii-v-dtp-s-gruzovikom-postradali-dve-devushki-4350038



Вернуться назад