Өфөлә «Мәҙәни программалар дирекцияһы» ойошмаһы етәксеһе ҡулға алынған15.08.2025
Фото: Ксения Калинина

Өфөлә «Мәҙәни программалар дирекцияһы» ойошмаһы етәксеһе ҡулға алынған

Хоҡуҡ һаҡлаусылар эшҡыуар Гөлнара Юринаны ҡулға алған.

«Башинформ»ға үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уға ҡарата ғәйепләүҙәр саралар ойоштороу өсөн дәүләт контракттарын тормошҡа ашырыу менән бәйле. Эшҡыуар «үҙләштереү йәки туҙҙырыу» статьяһы буйынса ғәйепләнә. Бөгөн уға хөкөм сараһын һайларға тейештәр. 


Ғәйепләү эпизодтарының береһе Башҡортостандың халыҡ артисы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллиндың енәйәт эше менән бәйле булыуы ихтимал.


«Башинформ» Юринаны ҡулға алыуға бәйле Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенә комментарий һорап мөрәжәғәт итте.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-08-15/v-ufe-zaderzhali-rukovoditelya-ano-direktsiya-kulturnyh-programm-4350368



Вернуться назад