Баймаҡ районында йылҡы өйөрөн йәшен атҡан
Малҡайҙарҙы ҡотҡара алмағандар.
Был хәл тураһында Баймаҡ районында йәшәүселәр хәбәр итте. Уларҙың һүҙҙәренсә, кисә көндөҙ 1-се Төркмән ауылында ете атты йәшен атҡан. Малҡайҙарҙы ҡотҡарып ҡала алмағандар.
«Аттар ауыл янындағы электр бағаналары тирәһендә йөрөй ине. Бер ваҡыт гөрһөлдәгән тауыш ишетелде. Аттарҙы йәшен һәләк иткән», — тип һөйләне Эльвира Сәлихова.