Стәрлетамаҡ предприятиеһындағы ғәҙәттән тыш хәлдән һуң бер кеше вафат булған11.08.2025
Фото: трансляциянан скриншот

Стәрлетамаҡ предприятиеһындағы ғәҙәттән тыш хәлдән һуң бер кеше вафат булған

Стәрлетамаҡтың «Каустик» предприятиеһының бер эшсеһе бөгөн иртән Өфө дауаханаһында йән биргән. Ул үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған булған. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә күңелһеҙ хәбәр еткерҙе.

«Республика халҡы исеменән уның туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тине Назаров.


Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ир контроль-үлсәү приборҙарын һәм автоматиканы ремонтлау мастер булып эшләгән. Уға 30 йәш булған.


Зыян күреүселәрҙең күбеһе — Өфөнөң «Глобал-Строй» йәмғиәте белгестәре, улар ҡорамалдарҙы капиталь ремонт эштәренә әҙерләгән.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл 9 августа теркәлгән. Йәмғеһе 41 кеше зыян күргән. Был хәлде махсус комиссия тикшерә.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-08-11/posle-intsidenta-na-predpriyatii-v-sterlitamake-skonchalsya-odin-chelovek-4345383



Вернуться назад