Билдәле йырсы Гөлназ Асаеваға һәм уның командаһына айыу һөжүм иткән
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә ҡурҡыныс видеояҙма менән уртаҡлашҡан: урманда ял иткән ваҡытта уның командаһына айыу һөжүм иткән.
Йырсы видеояҙмала үҙенең командаһы менән тәбиғәткә ял итергә сығыуы хаҡында һөйләй. Артистар бөтә кәрәк-яраҡты йыйып, яҡындағы урманға юлланалар. Утта йәшелсә, ит ҡыҙҙыралар, гитарала уйнап йырҙар йырлайҙар. Ошонан һуң уларҙың лагерына айыу һөжүм итә. Тайыштабандың йүгереп килеүе Асаеваның видеокамераһына эләгә.
Күрәһең, айыуҙы ризыҡ еҫе һәм кешеләр шаулашыуы ярһытҡандыр. Видеояҙмала кешеләрҙең шарылдаған тауыштарын, илауын ишетергә мөмкин. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йырсының концерт директоры ауыр йәрәхәттәр алған. Гөлназ Асаева уның фотоһүрәтен һалған. Әлегә социаль селтәрҙәрҙә артистан бер хәбәр ҙә юҡ. Командаһы менән ҡайҙа ял итеүе лә билдәһеҙ.