Башҡортостандың Ҡарман һыуһаҡлағысында бер ҡатын батып үлгән04.08.2025
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Башҡортостандың Ҡарман һыуһаҡлағысында бер ҡатын батып үлгән

Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар тапҡан.

Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылы янында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары 27 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен һыуҙан сығарған. Әле оператив-тикшереү саралары үткәрелә. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.


Бынан алдараҡ Башҡортостанда батып үлә яҙған ҡыҙ баланың хәле билдәле булды.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-08-04/na-karmanovskom-vodohranilische-v-bashkirii-utonula-zhenschina-4337522



Вернуться назад