Башҡортостанда үҫмер машина урлаған һәм аварияға эләккән
Ҡариҙел районында 55 йәшлек ир Йүрүҙәнгә балыҡҡа барған. Һыу буйына төшөп киткән, ә тоҡандырыу асҡысын машинаһында көйө онотоп ҡалдырған.
Балыҡсы бер саҡ юл яғына ҡараһа, үҙенекенә оҡшаған «Нива»ны күреп ҡала. Шунда уҡ машинаһын урлап алып ҡасыуҙарын аңлай. «Нива»ны эҙләшергә туғанын саҡыра һәм юл буйлап китә. Бер аҙ бара торғас, ни күҙе менән күрһен – машинаһы юл ситендә аунап ята.
Авария урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Рулдә 17 йәшлек үҫмер булыуы, етмәһә, уның иҫерек булыуы асыҡлана. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт эше ҡуҙғата. Яңы башланып ҡына торған йәш ғүмер әрәм булған.