Республикала дары менән уйнаған балалар дауаханаға эләккән28.07.2025

Республикала дары менән уйнаған балалар дауаханаға эләккән

Уларҙың кейеме янып киткән.

Белорет районының Бриштамаҡ ауылында бер төркөм үҫмерҙәр дары яндырып ҡараған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, малайҙарҙың кейемдәренә ут ҡапҡан. Уларҙың биттәре, береһенең күҙҙәре бешкән. Әле үҫмерҙәр республика тән бешеү үҙәгендә ята. Табиптар уларҙың хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһалай.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-07-28/v-bashkirii-igra-s-porohom-dovela-dvoih-detey-do-bolnichnoy-koyki-4329234



Вернуться назад