Һарытауҙа күп ҡатлы йорт емерелгән, ҡорбандар бар
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре 10 ҡатлы йортто емереклектәрҙән таҙарта.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр минмистрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Һарытау ҡалаһының Блинов урамындағы йортта газ шартлаған. Мөйөштәге подъездың 7-10-сы ҡаттары емерелеп төшәк. Өс кешенең ғүмере өҙөлгән.
Урында 20-нән ашыу ҡотҡарыусы, кинологтар һәм 8 берәмек техника эшләй. Халыҡты эвакуациялайҙар.