Амур өлкәһендә Ан-24 самолеты һәләкәткә осраған24.07.2025
Фото: социаль селтәрҙәр

Амур өлкәһендә Ан-24 самолеты һәләкәткә осраған

Росавиацияның Ми-8 вертолеты самолеттың төтәп ятҡан фюзеляжын тапҡан.

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Амур өлкәһендә, Тында аэропортынан бер нисә километр алыҫлыҡта, «Ангара» авиакомпанияһының Ан-24 пассажир самолеты радарҙан юғалған һәм бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған. Ул Хабаровск – Благовещенск – Тында рейсын башҡарған. Бортта 40-ҡа яҡын кеше булған. Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары юлланған.


Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Амур өлкәһе буйынса баш идаралығы базаһында ҡыҙыу бәйләнеш телефоны эшләй: 8 (4162) 53-99-99.


Рәсәй Тәфтиш комитеты енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-07-24/v-priamurie-razbilsya-passazhirskiy-samolet-an-24-4324860



Вернуться назад