Башҡортостандан йәш ғаилә Татарстанда юл фажиғәһендә һәләк булған
Йәш ғаилә Түбәнге Кама ҡалаһынан ялдан ҡайтып килгән.
Татарстан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала Туҡай районында ике машина ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Приора» менән «Фольксваген Поло» машиналары бәрелешкән. «Лада» автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан.
Аварияла «Лада»ның 29 йәшлек водителе, уның 24 йәшлек йөклө ҡатыны һәм уларҙың 3 йәшлек улы, шулай уҡ сит ил автомобиленең 67 йәшлек пассажиры һәләк булған. «Фольксваген»дан тағы ике кеше, шул иҫәптән бер бала йәрәхәтләнгән һәм дауаханаға эләккән. Полиция «Лада» машинаһындағы пассажирҙарҙың хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереүен, ә баланың автомобиль креслоһында булыуын билдәләй.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.
https://www.bashinform.ru/news/law/2025-07-16/semya-iz-bashkirii-razbilas-v-dtp-v-tatarstane-4314891