Башҡортостанда Силәбе өлкәһенән ғаилә юл фажиғәһенә осраған02.07.2025

Башҡортостанда Силәбе өлкәһенән ғаилә юл фажиғәһенә осраған

Водитель һәләк булған, уның ҡатыны һәм ике балаһы дауаханаға оҙатылған.

Авария 2 июлдә иртәнге сәғәт ете тирәһендә Белорет трассаһының 205-се километрында теркәлгән.


Haval F7 рулендәге ир-егет ҡаршыға килгән Iveco ҙур йөк машинаһы менән бәрелешкән. Көслө бәрелеүҙән «Хавал» юл уртаһында ауған. Сит ил машинаһының 47 йәшлек водителе ваҡиға урынында йән биргән. Уның ҡатыны, 12 һәм 8 йәшлек балалары дауаханаға оҙатылған.


Фура рулендә 48 йәшлек водитель булған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-07-02/v-bashkirii-v-dtp-razbilas-semya-iz-chelyabinska-4297894



Вернуться назад