Балтаста өс бала әсәһе юл фажиғәһендә һәләк булған
Авария кисә Балтас районындағы Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе автомобиль юлының 57-се километрында булған.
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, «Лада Гранта» рулендәге 38 йәшлек ҡатын юл ситенә сығып осҡан. Водитель ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Үҙенең өс балаһы һәм туғанының ҡыҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, дүрт бала яҡындағы медицина учреждениеһына – Балтас үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, уларҙы ҡарағандан һуңБөрө дауаханаһына күсергәндәр. Өс баланың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, береһенә Республика балалар клиник дауаханаһы табиптарының ярҙамы талап ителә.
Авария буйынса тикшереү башланған.