Башҡортостанда заправкала шартлау яңғыраған
Был хәл Нефтекамала ремонт эштәре ваҡытында булған.
Бөгөн иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Дорожная урамындағы заправкала шартлау яңғырауы тураһында хәбәр иткәндәр. Был ваҡытта яғыулыҡ ҡойоу станцияһы ремонтҡа ябылған булған.
Әлеге осраҡта 36 йәшлек хеҙмәткәр зыян күргән. Табиптар ҡарағандан һуң уға амбуаторияла дауалау тәғәйенләгән.
Прокуратура был хәл буйынса тикшереү башлаған.
https://www.bashinform.ru/news/law/2025-06-27/v-bashkirii-na-zapravke-proizoshel-hlopok-4292849