Әбйәлилдә инә бүре балаларын эйәртеп ауылға килгән
Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәүселәр балаларын эйәртеп йөрөгән бүрене күргән. Урмандан сыҡҡан йәнлектәр халыҡтың иғтибарын йәлеп иткән.
«Һуңыраҡ инә бүре яңғыҙы килде. Ныҡ йонсоған ине. Шуғалыр ҙа урманынан сыҡҡандыр. Яңыраҡ ауыл чатында бүреләрҙең бер этте ботарлауы тураһында яҙғайнылар. Бәлки, беҙ күргән бүре булғандыр», — тип һөйләне Лилиә Мөхәмәтова «Башинформ»ға.
Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала ҡырағай хайуандарҙың күбәйеүе тураһында хәбәр иткәйне.