Мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы Николай Красников юл фажиғәһендә һәләк булған
Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы, Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красников юл фажиғәһендә һәләк булған. «Башинформ» сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, спортсы төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә Кушнаренко районында, Р-240 автомобиль юлының 69-сы километрында, үҙенең «Лада Гранта» автомобилендә китеп барғанда ҡаршыға килгән «Газель» һәм «Ситрак» йөк машиналары менән бәрелешкән.
Николай Красников – боҙҙа мотоуҙышта сығыш яһаусы Рәсәй уҙышсыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Шәхси зачетта һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы, команда зачетында ун ике тапҡыр донъя чемпионы, күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Ҡаргиҙәрҙәрҙә кросс буйынса Рәсәй кубогы чемпионы. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мотоспорт федерацияһы етәксеһе ине.
Николай Красниковҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.
2023 йылдың февралендә Николай Красников спорт карьераһын тамамланы.