Балтаста 3, 9 һәм 16 йәшлек өс бала ҡот осҡос янғында һәләк булған10.06.2025
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

Балтаста 3, 9 һәм 16 йәшлек өс бала ҡот осҡос янғында һәләк булған

Кисә Балтас районының Иҫке Балтас ауылында ағас йорт янып киткән.


Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, утты һүндергән ваҡытта 16, 9 һәм 3 йәшлек малайҙарҙың кәүҙәләре табылған.


«Кисен Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Балтас районының Иҫке Балтас ауылындағы шәхси йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килде, — тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. — Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр, бөтәһе 10 белгес һәм 4 берәмек техника юлланды».


110 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелгән.


Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғаилә башлығы әлеге ваҡытта МХО-ла, балаларҙың әсәһе һәм 12 йәшлек бала өйҙә булмаған.


Янғын сәбәбе асыҡлана.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-06-09/v-bashkirii-troe-detey-3-9-i-16-let-pogibli-v-strashnom-pozhare-4271372



Вернуться назад