Бөрйән районында урман янғыны һүндерелгән
Бөрйән районында урман янғыны һүндерелгән. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.
«Уҙған тәүлектә урман янғындары теркәлмәгән, Бөрйән районындағы янғын һүндерелгән, Ауырғазы районында ҡоро үлән янып китеү осрағы теркәлгән», — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, йыл башынан республикала бөтәһе 25 гектарҙан ашыу майҙанда 10 урман янғыны һәм 1200 гектарҙан күберәк майҙанда 271 ҡоро үҫемлек янғыны теркәлгән.