Көйөргәҙелә 7 йәшлек ҡыҙҙың үлеме тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды
Башҡортостандың Тәфтиш комитетында Көйөргәҙе районының Туғыҙтимер йылғаһында 7 йәшлек ҡыҙҙың нисек батып үлеүе хаҡында һөйләнеләр. Ҡыҙыҡай 10 йәшлек ағаһы менән йылға ярына яҡын килгән. Ниндәйҙер мәлдә ул понтонда тайып китеп, һыуға ҡолаған. Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар ваҡиға урынынан 100 метр алыҫлыҡта тапҡан. Тәфтишселәр тикшереү башлаған.
«Әлеге ваҡытта тәфтишселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк», – тиелә Тәфтиш комтетының белдереүендә.