Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллинды ҡулға алғандар26.05.2025
Фото: Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы

Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллинды ҡулға алғандар

Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин вазифа вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләнеп ҡулға алынған. 57 йәшлек етәксегә ҡарата ике енәйәт эше асылған.


РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, Вилдан Яруллин 2020 йылдан 2022 йылға тиклем рәсми вазифаһын файҙаланып, хеҙмәткәрҙәренә материаль ярҙам күсереү тураһында күрһәтмәләр бирә. Бынан һуң ул 200 мең һум тирәһе аҡсаны үҙенә кире ҡайтарыуҙы үтенә. Бынан тыш, Яруллин дәүләт һатып алыуҙары тураһындағы законды боҙа, конкурс процедуралары үткәрмәйенсә концерт майҙансығы төҙөү буйынса эшҡыуар менән килешеү төҙөй. 


РФ Тәфтиш комитеты һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлек факттарын тикшереү барышында асыҡланған. Өфөнөң Совет районы суды һаҡ аҫтына алыу хаҡында ҡарар сығарған.


Ғәйепләнеүсенең эшләгән һәм йәшәгән урынында эҙләүҙәр үткәрелгән, енәйәт эшен тикшереүгә ҡағылышлы әйберҙәр һәм документтар тартып алынған. Тәфтишселәр енәйәт эше буйынса дәлилдәр туплауҙы дауам итә.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-05-26/v-ufe-direktora-gkz-bashkortostan-zaklyuchili-pod-strazhu-4250866



Вернуться назад