Өфөлә бәлиғ булмаған ҡыҙға һөжүм итеүҙә ғәйепләнгән ир ҡулға алынған
Өфөлә бәлиғ булмаған ҡыҙға һөжүм итеүҙә ғәйепләнгән ир Тәфтиш изоляторына оҙатылған. Был хаҡта республика буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Честный репортаж» телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, ғәйепләнеүсе суд залында бер һүҙ ҙә әйтмәгән. Ир үҙ ғәйебен таныған. Уға 36 йәш. Ике йыл элек Өфөгә килгән, сәскә ташыусы булып эшләгән. Быға тиклем дә бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән булған. Әле уны ике эпизод буйынса ғәйепләйҙәр. Енәйәтсегә 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
https://www.bashinform.ru/news/law/2025-05-23/v-ufe-arestovali-predpolagaemogo-manyaka-4248266