Өфөлә янғынды һүндереүгә вертолет йәлеп ителде
Өфөлә Индустриаль шосселағы административ бинала сыҡҡан ҙур янғындың майҙаны 600 квадрат метрға тиклем артты. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов хәбәр итә. Бина эсендә газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәтенең 10 звеноһы эшләй.
Шаһиттар әйтеүенсә, янғын һүндереүгә вертолет йәлеп ителгән.