Республикала 12 йәшлек үҫмер юғалған25.04.2025
Фото: «Балаларҙы Эҙләү-Өфө» ойошмаһы

Республикала 12 йәшлек үҫмер юғалған

Башҡортостанда 12 йәшлек Никита Зарипов ғәйеп булған. «Балаларҙы Эҙләү-Өфө» төркөмөндә ирекмәндәр хәбәр итеүенсә, үҫмер 24 апрелдә киске туғыҙ тирәһендә юғалған. Ирекмәндәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, шул кистән һуң ул ҡапыл бәйләнешкә сыҡмай башлаған.


Билдәләре: ҡарап тороуға 11-14 йәштәрҙә, буйы яҡынса 140-150 сантиметр.


«Уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, 112, 8-927-969-89-19, 8-917-383-56-87 телефондарына шылтыратығыҙ», — тип һорай улар.


Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә дауаханала ятҡан инәйҙең туғандарын эҙләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-04-25/v-bashkirii-vo-vremya-progulki-propal-12-letniy-podrostok-4212215



Вернуться назад