Өфөлә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары мопед йөрөткән 10 йәшлек малайҙы туҡтатҡан21.04.2025
Фото: Өфөнөң Дәүләт автоинспекцияһы

Өфөлә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары мопед йөрөткән 10 йәшлек малайҙы туҡтатҡан

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Өфө урамында мопед йөрөткән 10 йәшлек малайҙы туҡтатҡан. Әлбиттә, малайҙың водитель таныҡлығы булмаған. Өфө дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ваҡиға урынына уның ата-әсәһен саҡыртҡандар, баланы транспорт менән идара итеүҙән ситләткәндәр.


Бала тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәгән өсөн материалдар Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы буйынса малайҙың ата-әсәһен административ яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһына тапшырылған.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-04-21/v-ufe-inspektory-dps-ostanovili-10-letnego-malchika-na-mopede-4206591



Вернуться назад