Өфө янында алты йөк машинаһы янған15.04.2025
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте

Өфө янында алты йөк машинаһы янған

Калинин районының Федоровка ауылында төндә алты йөк машинаһы янған. Ут бер-береһенә терәлеп торған «Шакман» йөк автомобилдәренең кабиналарын ялмап алған.


Янғынды Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан 11 янғын һүндереүсе һәм 4 берәмек техника һүндергән. Янғындың дөйөм майҙаны 13 квадрат метр тәшкил иткән.


Зыян күреүселәр юҡ. Янғындың сәбәбе асыҡлана. Урында һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм дознаватель эшләй.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-04-15/pod-ufoy-sgoreli-shest-gruzovikov-4198195



Вернуться назад