Салауат районында ҡеүәтле квадроцикл менән идара иткән 8 йәшлек малай ҡулға алынған
Салауат районының Комсомол ауылында рейд ваҡытында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дүрт тәгәрмәсле автотранспорт менән идара иткән бәләкәй балаға иғтибар иткән. Янғантау урта мәктәбендә өсөнсө класта уҡыған малайҙы туҡтатып, ата-әсәһен саҡыртҡандар.
Асыҡланыуынса, квадроциклдың двигателенең ҡеүәте 100 куб.м. «Хәстәрлекле» ата-әсә улдарына транспортты уҡыуға йөрөү өсөн алып биргән, тип хәбәр итә «Салауат ере» гәзите.
Ҡиммәтле «бүләк»тең фажиғәле хәлгә килтерәсәген уйлап та бирмәгәндәр, күрәһең. Хәҙер уларға ҡарата административ протокол төҙөлгән. 30 мең һум күләмендә штраф янай.