Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған 17 йәшлек егетте үле килеш тапҡандар07.04.2025
Фото: «ДПСО „БаРС“ (БашРегионСпас)» төркөмө, Vk

Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған 17 йәшлек егетте үле килеш тапҡандар

Өфөлә бер нисә ай элек юғалған үҫмер үле килеш табылған. Был турала бөгөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «БашРегионСпас» эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре хәбәр итте. Билдәле булыуынса, 2024 йылдың ноябрендә 17 йәшлек егет өйөнән сығып киткән һәм ғәйеп булған. Эҙләү эшендә полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҡатнашты, ләкин егетте таба алманы.


«Табылды, үлгән. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!» — тиелә ирекмәндәрҙең белдереүендә.


Үҫмерҙе ҡайҙа табыуҙары тураһында мәғлүмәт юҡ.


«Башинформ» Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенә 17 йәшлек егеттең үлеменә бәйле комментарий һорап мөрәжәғәт итте. Яуап алынғас, баҫтырып сығарырбыҙ.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-04-07/v-ufe-propavshego-bez-vesti-17-letnego-parnya-nashli-mertvym-4187189



Вернуться назад