Баймаҡта 62 йәшлек иргә айыу һөжүм иткән
Бөгөн Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына 62 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул унда ҡатыны менән бергә килгән. Ирле-ҡатынлы табиптарға урманда айыу һөжүм итеүе хаҡында әйтә.
Зыян күреүсене хирург, реаниматолог, невролог, офтальмолог тикшерә. Шулай уҡ телемедицина аша Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһының яңаҡ-бит хирургы ҡарай.
Пациенттың бер нисә урындан һөйәге һынған, тиреһе йыртылған, травматик шок диагнозы ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Ирҙе Өфө дауаханаһына күсереү планлаштырыла.
Бынан алда «Башинформ» хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ауыл көтөүенә бүреләр һөжүм иткән.