Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев күңелһеҙ хәбәр еткерҙе
Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтың дуҫы, Өфөнән билдәле йырсы Айрат Халиҡовҡа яман шеш диагнозы ҡуйғандар. Әнүәр Нурғәлиев үҙенең блогында аҡса йыйыуҙа ярҙам һорап халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Был тәҡдимде башҡа артистар ҙа күтәреп алған һәм операция яһау өсөн аҡса йыя башлаған.
Айрат Халиҡов сығышы менән Стәрлебаш районынан, Башҡортостандың халыҡ артисы званиеһына лайыҡ. Уның йырҙарын күптәр белә, ярата.
Әлегә йырсы Айрат Халиҡовҡа ҡатыны һәр яҡлап терәк. Күптән түгел артист үҙенең тыуған көнөн билдәләп, һөйәрмәндерәне иғтибары һәм ҡотлауы өсөн рәхмәтен белдерҙе. «Был минең өсөн хәҙер мөһим», – тип яҙғайны ул.
Бынан алда «Башинформ» хәбәр итеүенсә, йырсы Элвин Грейға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде.