Башҡортостандың Аҙау ауылында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде
Архангел районында муниципаль кимәлдә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Инйәр йылғаһы ташыу сәбәпле, Аҙау ауылындағы йорттарҙы һыу баҫҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Әле ауылда ҡотҡарыу эштәре бара. Өс төркөм ҡотҡарыусылар йорттар буйлап йөрөй. Урында оператив штаб ойошторолған, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының да тәүлек әйләнәһенә эшләгән штабы бар.
Ауыл ҡарттары әйитүенсә, йылғаның ошо рәүешле ташыуы тәүге тапҡыр күҙәтелә. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан, БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм район хакимиәтенән 59 кеше һәм 28 берәмек техника йәлеп ителгән. Урында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Иҙрисов һәм Архангел районы башлығы Айрат Сәитғәлин эшләй. Халыҡты кәмәләр ярҙамында эвакуациялайҙар. Ваҡытлыса урынлашыу пункты булдырылған.
Бөтәһе 42 торлаҡ биләмәһен һыу баҫҡан, унда 62 кеше йәшәй. Һыу кимәле бер метр самаһына күтәрелгән. 103 кешене, шул иҫәптән 17 баланы ваҡытлыса урынлашыу пунктына – ауылдан 11 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Оҙонлар ауылындағы мәктәпкә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Халыҡҡа ярҙам итеү өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә, тип хәбәр итә ашығыс ярҙам ведомстволары.