Ғафури районында төндә Таш-Аҫты ауылы халҡын эвакуациялағандар18.03.2025
Фото: скрин видео

Ғафури районында төндә Таш-Аҫты ауылы халҡын эвакуациялағандар

Ғафури районының Таш-Аҫты ауылында бер нисә йортто һыу баҫҡан. Кисә төндә ғаиләләрҙе ваҡытлыса Имәндәш ауылындағы мәктәпкә урынлаштырғандар. Был хаҡта «Башинформ»ға Имәндәш ауылы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.


Ете йортто һыу баҫты, ҡотҡарыусылар ғаиләләрҙе эвакуцияланы. Урынға район башлығы Венер Вәхитов килде, тип хәбәр итә Имәндәш ауылы хакимиәте башлығы Әхнәф Нуғайғолов.


Уның һүҙҙәренсә, кисә Толпар ауылы эргәһендә Еҙем йылғаһында боҙ тығылған. Ҡотҡарыусылар тағы ла 25 баланы Имәндәш ауылы мәктәбенә эвакуациялаған, был эште ойошторорға уҡытыусылар ярҙамлашҡан. Дөйөм алғанда, 36 кеше, шул иҫәптән 32 бала, ике хужалыҡтан эре малдар күсерелгән. Йылға ярҙарынан сыҡҡан боҙ киҫәктәре арҡаһында электр бағаналарына зыян килгән. Ошо арҡала Таш-Аҫты һәм Тайыш ауылдарында ут юҡ.


Бөгөн иһә Еҙем ярҙарына ҡайта башлаған. Эвакуацияланған кешеләр өсөн ашау ойошторолған.


БР Ғәҙәттән тыш дәүләт комитетының мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә 112 системаһына һыу баҫыу тураһында 88 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.





Вернуться назад