Башҡортостан Башлығы биш балаһы һәләк булған әсәнең ҡайғыһын уртаҡлашты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Дәүләкән районының Алға ауылында булған фажиғәле хәлгә комментарий бирҙе.
«Был турала һөйләү бик ауыр. Бөгөн төндә Дәүләкән районында сыҡҡан янғында биш сабыйҙың һәм бер ирҙең ғүмере өҙөлдө. Фатирҙа янғын тураһында хәбәр иткән прибор эшләп киткән, күршеләр уны ишетеп, утты һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуң булған», — тип белдерҙе республика етәксеһе.
Янғын сәбәптәрен тикшереү бара – барлыҡ хеҙмәттәр ҙә урында, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Балаларҙың әсәһе менән психологтар эшләй.
«Хәлде контролдә тотабыҙ һәм мотлаҡ тейешенсә ярҙам күрһәтербеҙ. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Барығыҙҙан да үтенеп һорайым: үҙегеҙҙе,туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ», — тип яҙа Радий Хәбиров.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Дәүләкән районында диванда биш баланың һәм үгәй атайҙың йәнһеҙ кәүҙәләрен табыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.